Республиканың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәммәтйәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың барлык төр транспорты ошо йылда бер төрлө биҙәлеш аласаҡ.
— Шулай уҡ бренд сиктәрендә баш ҡаланың барлыҡ төр транспорты өсөн берҙәм логотип эшләнде. Логотип тамғаны символлаштыра — Башҡортостан тамғаһы геолокация элементына индерелгән “Т”-ны (транспорт) хәтерләтә, — тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Шулай уҡ брендбукка туҡталыштарҙы биҙәү элементтары, йәмәғәт транспортының эске биҙәлеше, машина йөрөтөүселәр һәм кондукторҙар формаһына талаптар индерелгән