Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 11:34
Стәрлетамаҡтар кемдәрҙе байытҡан?
Һуңғы тәүлек эсендә генә Стәрлетамаҡ халҡы мутлашыусылар иҫәбенә 236 мең һум аҡса күсергән. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.
Үҙен банк хеҙмәткәре тип танытҡан алдаҡсы 39 йәшлек ҡатынға шылтыратып, уның картаһынан кемдеңдер аҡсаһын алғанын хәбәр итә. Ҡатынды банкомат янына саҡырып, бер нисә операция яһауын һорай. Аҙаҡ аҡсаһын башҡа иҫәпкә күсерергә күндерә. Ҡатын банкка мөрәжәғәт итә лә, был иҫәптең уларҙыҡы булмауын белеп, 116 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын аңлай.
Аферист 41 йәшлек таксисты ла төп башына ултырта. Банк картаһы менән түләйем тип, уның кредит картаһының номерын һорап ала. Таксист икеләнмәй алдаҡсының әйткәнен үтәй һәм 120 мең һум аҡсаһынан яҙа. Ике осраҡ буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"