Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 09:55

Республикабыҙҙы бергә йәшелләндерәйек!

5 октябрь Республика көнө алдынан Башҡортостанда "Экология" милли проекты сиктәрендә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтәсәк. Был көндө ҡарағай, ҡайын, шыршы, тирәк, ҡарама, йүкә, каштан ағастарын, миләш һәм әлморон ҡыуаҡтарын ултыртыу планлаштырыла.

Тәүге "Йәшел Башҡортостан" акцияһы 2019 йылдың апрелендә булып үткәйне. Унда республиканың бөтә муниципалитеттарынан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллеялар бүлеп сығылды, 109 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.

Республиканың ҡала һәм райондарында акцияны үткәреү майҙандары, ултыртыу материалдары һәм ашламалар әҙерләнәсәк. Теләгән һәр кем акцияла ҡатнаша һәм үҙенең ағасын ултырта ала.

Ағас ултыртыу һәм уларҙы ҡышҡыһын дөрөҫ итеп тәрбиәләү ҡағиҙәләренә айырыусы иғтибар бүленәсәк.

Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусыларҙы ижади коллективтарҙың сығышы һәм йылы аш көтә.

нацпроекты #миллипроекттар
Читайте нас: