Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2019, 07:46
Бер тапҡыр түләһәң, етә….
Бөгөн , 1 октябрҙән, Өфөлә "Алға" берҙәм транспорт картаһынан түләп алынған билеттар менән бер сәғәт эсендә "Башавтотранс" автобустарынан электр транспортына (трамвай, троллейбус) күсеп ултырып, бушҡа йөрөргә була.
Тимәк, пассажирҙар бер ултырған өсөн генә түләй ҙә, бер сәғәт эсендә икенсеһенә күсеп ултырғанда, шул уҡ билет менән йөрөйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге тариф Башҡортостанда 1 сентябрҙән гамәлгә индерелде. Яңы хеҙмәттән бер нисә тиҫтә мең кеше файҙаланған да инде.
Автобус, трамвай һәм троллейбустарҙа урынлаштырылған терминалдар сәфәр ваҡытын күҙәтеп торорға мөмкинлек бирә.
Киләсәктә түләүҙең яңы системаһына шәхси пассажир йөрөтөүселәр ҙә ҡушыласаҡ.
Юл өсөн бер тапҡыр түләп, 4 тапҡыр күсеп ултырыу осраҡтары ла теркәлгән. Тимәк, әлеге кешеләр "Башавтотранс" автобустарында - 60, электр транспортында 54 һум аҡсаһын янға ҡалдырған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм транспорт картаһы Башҡортостанда ағымдағы йылдың 1 июленән эшләй башланы.
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"