Билдәле булыуынса, быйыл йылытыу миҙгеле өсөн республика халҡы һигеҙ ай ғына түләйәсәк. Тимәк, октябрҙән башлап майға тиклем. Быға тиклем түләүҙәр тигеҙ бүленеп, 12 ай буйына түләнә ине.
– Беҙ йылылыҡ өсөн 1/8-гә түләүгә күстек. Киләһе ике аҙна эсендә халыҡҡа аңлайышлы һәм ябай ғына итеп бындай күсеүҙең мәғәнәһен аңлатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Һүҙ бит хаҡты арттырыу тураһында бармай, киреһенсә, кешеләр йылытыу миҙгелендә генә түләйәсәк. Йылылыҡ һүндерелгән саҡта бер нимә өсөн дә аҡса алынмаясаҡ.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, хәҙер киң матбуғат сараларында хаҡтар артыу тураһында яҙыла башлаясаҡ. Тимәк, мәғлүмәт дөрөҫ алып барып еткерелмәгән.
– Быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Кешеләргә бының ғәҙел икәнлеген, был күсеүгә оҙаҡ әҙерләнгәнебеҙҙе аңлатырға кәрәк, – тине ул.