Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2019, 20:18

“Ҡарағай” шифаханаһына – 50 йыл

Башҡортостандың иң яҡшы шифаханаларының береһе ярты быуатлыҡ тарихҡа эйә

Сәләмәтлек бишеге
Бөгөн Мәсетле районының ғорурлығы һәм иҫтәлекле урыны булып торған дауалау учреждениеһы 1969 йылда “Сосновый бор” колхоз-ара шифахана булараҡ ишеген аса. Ул ваҡытта Мәсетле районының хеҙмәт ветерандары һәм производство алдынғыларының сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн тәғәйенләнә. Бер аҙҙан шифахана-профилакторий статусы ала һәм республикабыҙҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡабул итә башлай. Хәҙерге исеме уға 2000 йылда бирелә.
“Ҡарағай” – тәбиғәттең һәр миҙгелендә ял итеүселәргә сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф биреүсе иҫ киткес саф һауа менән тергеҙеүсе медицинаның традицион һәм алдынғы методикаларын берләштергән урын. Ул Ыҡ йылғаһы буйындағы ғәжәйеп матур мөйөштә урын-лашҡан.
Тәүҙә шифахана 50 урынға иҫәпләнгән була. Бөгөн иһә бер юлы 227 кешене ҡабул итә. Яңы бүлексәләр асыла: производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙа зыян күреүселәрҙе һәм һөнәри сирҙәре булғандарҙы шифахана-курортта реабилитациялау үҙәге; инвалидтарҙы, атом электр станцияһында зыян күреүселәрҙе, хәрби хәрәкәттәр-ҙә ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы реабилитациялау үҙәге; хәүеф төркөмөндәге йөклө ҡатындарҙы дауалау буйынса бүлек; һыу-һауыҡтырыу комплексы; шулай уҡ ләм ярҙамында дауалау, физиотерапия корпустары һәм ҡунаҡхана.
Үҙ эштәренең оҫталары
Шифахана штаты – үҙ һөнәренә тоғро ҡалған 270 хеҙмәткәрҙән торған татыу коллектив. Араларында Башҡорт-остан Республикаһының ике атҡаҙанған табибы, Башҡорт-остандың һигеҙ һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, юғары категориялы өс табип, беренсе категориялы өс табип эшләй, юғары һәм беренсе категориялы 20 медсестра бар.
Һәр медицина хеҙмәткәре махсус сертификатҡа эйә. Көн һайын улар шифахана фай-ҙаһына күп көс һала һәм ял итеүселәрҙең уңайлылығы өсөн күңел йылыһын өләшә.
Ял итеүселәрҙе туҡлыҡлы һәм шифалы ризыҡ менән мас-тер-класлы өс ашнаҡсы, бер сауҙа үҙәге оҫтаһы тәьмин итә.
“Ҡарағай” шифаханаһы коллективы төрлө Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, призлы урындар алып ҡайта.
50 йыллыҡ эшмәкәрлек барышында шифаханала алты баш табип коллектив менән етәкселек итте. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, юғары категориялы табип, хирург Фәрит Ғәлихан улы Каев “Ҡарағай”ҙа 2012 йылдан башлап баш табип вазифаһын башҡара.
Климат үҙе дауалай
Һауыҡтырыу йортонда күр-һәтелгән медицина хеҙмәттәре исемлеге бик ҙур: климатотерапия, минералле һәм хуш еҫле ванналар, дауалау душтары, минераль һыу менән дауаланыу, спелеотерапия, фитотерапия, ингаляция, энә ярҙамында дауалау һәм башҡалар.
Бында климат үҙе сәләмәтләндерә. Ул нервы системаһын тынысландыра, ҡаҡырыҡтың сығыуын еңелләштерә,ҡан баҫымын төшөрә.
Ҡолтөбәк күле төбөнән алынған сапропель ләм төрлө сирҙәрҙе дауалағанда киң ҡулланыла.
Дауалауҙың тағы ла бер яғы – “Ҡарағай” минераль һыуы. Ул хроник гастрит, сей яра, колит, панкреатит сирҙәренән дауаланыу өсөн тәғәйенләнә.
Заманса дауалау технологиялары менән бер рәттән бында традицион методтарҙы ла ҡулланалар. 2003 йылдан шифаханала кәзә ҡымыҙы етештереү яйға һалынған. Был эсемлектең дауалау сифаттары электән үк билдәле. 2011 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы етештерелгән ҡымыҙ өсөн “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсы лауреаты дипломына лайыҡ булды.
Комфорт һәм уңайлылыҡ
Шифахана комплексы заман талаптарына яуап биргән йоҡо корпустарынан тора. Бер һәм ике урынлыҡ уңайлы номерҙар, “люкс” номерҙар Европа стандарттарына ярашлы биҙәлгән һәм йыһазландырылған.
Залдарҙа теләк буйынса өс тапҡыр туҡланыу ойошторол-ған. Меню төрлөлөгө менән айырылып тора – диета буйынса туҡланыусылар өсөн, балалар өсөн, “швед өҫтәле”.
Әүҙем ял яратыусыларға ла бар нәмә ҡаралған: тренажер залы, пляж, кәмәләр, катамарандар, роликтар, велосипедтар, коньки, балалар уйын майҙансығы, теннис корды һәм башҡалар.
Шифахананың 50 йыл дауамында һаҡланып һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән яҡшы бер традицияһы бар – үҙ эшеңде яратыу һәм уны үҙеңә эшләү күңелле булырлыҡ итеп башҡарыу. Шуғалыр ҙа инде бер тапҡыр ял итеүселәр бында йәнә әйләнеп килә. Сәбәбе – хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарлы һәм мөләйем булыуы. Ихлас ҡараштан башлана бит һәр дауа.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәттәре һәм шифахананың 50 йыллыҡ юбилейы менән бәйле Мәсетле районы хакимиәтенең почет грамотаһы менән ҡунаҡхана-сервис комплексы начальнигы Илгизә Ғәйфуллина, дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары Рәшит Ғәтиәтуллин, табип-физиотерапевт Эльзида Зарипова, баш бухгалтер Рәмил Шәмсетдинов, баш энергетик Вильятша Шәрәфетдинов, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса хеҙмәт начальнигы Сәлимә Йосопова бүләкләнәләр.
“Ҡарағай” шифаханаһының төрлө кимәлдәге наградалары күп: “Иң яҡшы бальнеолечебница” номинацияһында алтын миҙал (Ҡазан ҡалаһы, 2016), “Производствола бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр һәм һөнәри сирҙәре бул-ғандар өсөн иң яҡшы шифахана”, “Территорияны биҙәү буйынса иң яҡшы шифахана” номинацияларында алтын миҙал (Өфө ҡалаһы, 2017), “Тәбиғи дауалау факторҙарын фәнни нигеҙҙә ҡулланыусы иң яҡшы шифахана” һәм “Иң яҡшы бальнеолечебница” номинацияларында алтын миҙал (Кисловодск ҡалаһы, 2018), “Ғаилә менән ял өсөн иң яҡшы шифахана” көмөш миҙалы һәм шифахананың 50 йыллығы уңайынан Милли курорттар ассоциацияһының юбилей миҙалы (Алушта ҡалаһы, 2019).
https://mechetlinskayalife-b.rbsmi.ru
Читайте нас в