Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2019, 19:57

Өйөң иҫәптәме?

Башҡортостанда 3,3 миллион ер участкаһы һәм капиталь төҙөлөшө объекты Федераль адреслы мәғлүмәт системаһына индерелгән. Был системала теркәлергә тейешле күсемһеҙ милек күләменең 90 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Йыл башынан алып республикала системаны тулыландырыу 31 процентҡа үҫкән. Шул уҡ ваҡытта унда сағылған ер участкалары күләме 5,5 тапҡырға, биналар – дүрт, капиталь төҙөлөш объекттары 1,3 тапҡырға артҡан.

Әле Нуриман, Шишмә, Бишбүләк, Ҡалтасы райондары объекттарҙың 70 проценттан аҙырағын системаға индергән. Олег Полстовалов әйтеүенсә, киләсәктә һалым керемен арттырыу маҡсатында Федераль адреслы система мәғлүмәттәре Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры базаһы менән сағыштырыласаҡ. Бының өсөн система объекттарына кадастр һандары биреләсәк. Әле эш яртылаш тамамланған тиерлек.

– Беҙ был эшмәкәрлеккә етди тотондоҡ. Уның төп өлөшөн йыл аҙағына тиклем тамамлау шарт. Декабрҙә йомғаҡтарҙы тыңлаясаҡбыҙ. Был мәғлүмәттәр һалым базаһын сағылдыра һәм халҡыбыҙҙың тормош сифатын билдәләй, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: