Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 09:44

Мәскәү үҙәгендә - башҡорт ризыҡтары

Кисә Мәскәүҙә Агросәнәғәт комплексы аҙналығы башланды. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ойошторолған сара 13 октябргә тиклем дауам итә. Унда, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша.

Делегацияға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселек итә.

Аҙналыҡ барышында шулай уҡ "Алтын көҙ" XXI Рәсәй агросәнәғәт комплексы күргәҙмәһе лә үтә. ВДНХ майҙансығы дүрт көн буйы бөтә Рәсәй һәм сит илдәрҙең ауыл хужалығы белгестәре өсөн эшлекле фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу урыны буласаҡ.

Башҡортостан вәкилдәре иң үҙәккә төбәк ауыл иҡтисадының һанлаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарын, ғилми асыштарын күрһәткән бай күргәҙмә ҡуясаҡ. Башҡорт предприятиелары бында килгәндәрҙе ҡаҙылыҡ, бал, ҡымыҙ кеүек тәбиғи һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән ҡыуандырасаҡ.

Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: