Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 16:40

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

Элек-электән уҡытыусы һөнәре – иң хөрмәтлеләрҙең һәм ҡәҙерлеләрҙең береһе һанала. Бына шуға күрә лә Бишбүләк мәҙәниәт һарайында, ғәҙәттәгесә, йыл һайын уҙғарылып килгән Уҡытыусылар көнөнә арналған ҙур байрам ойошторолдо.

Был тантаналы сараға бөгөнгө көндә районыбыҙ мәктәптәрендә арымай-талмай эшләүсе педагогтар, бар ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған мәғариф ветерандары, олимпиада призерҙары булған һәм төрлө конкурс-бәйгеләрҙә еңеү яулауға ирешкән уҡыусылар йыйылды.

Был күркәм байрам һәр саҡ уҡытыусыларға, остаздарға ҡарата йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән үтә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡотлап үтте. Артабан яңғыраған сығыштарҙа ла был изге һөнәр эйәләренә ҡотлау һүҙҙәре менән бергә уҡытыусы эшенең еңел булмауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды, сөнки ул бар көсөңдө тулыһы менән шуға биреүеңде, балаларға ҡарата һөйөү, яуаплылыҡ һәм түҙемлек талап итә.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ысынлап та, уҡытыусылар балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һала, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтә. Беҙҙең районыбыҙ ҙа үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогтар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Байрам уңайынан райондың бер төркөм уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн билдәләнеп үтте. Улар араһында туған телгә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла бар ине. Бишбүләк 2-се урта мәктәбенән Рәхимә Ярулла ҡыҙы Кәлимуллина һәм Ҡушйылға дөйөм урта мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Рәфил ҡыҙы Ғәзизова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 35 йыл Ҡаныҡай урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Айытова Гөләмзә Мөхәррәм ҡыҙына иһә Мең ырыуының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

Залда уҡытыусылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа урын алғайны. Районыбыҙҙағы күп кенә егет һәм ҡыҙҙар Илдар Ғимаев стипендиаты булып тора. Уҙған йылда иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар өсөн Мең ырыуы премияһы булдырылғайны. Әлеге күркәм сарала район олимпиадаларында, "Һаумы, һаумы, әкиәт!", "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында, "Республикамды йырлайым" иншалар конкурстарында һәм башҡа бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алған бер төркөм уҡыусыларсәхнә түренә саҡырылды. Бына улар: 11-се класс уҡыусылары - Алһыу Ҡасимова (Бишбүләк 2-се дөйөм урта мәктәбе), Сафарова Фирүзә (Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбе), Ғәйнетдинова Гөлдәр (Дим урта мәктәбе), 9-сы класс уҡыусыһы Айрат Батраев, 6-сы класс уҡыусылары Ишмөхәмәтова Милана (Ҡаныҡай урта мәктәбе) һәм Ғабдуллина Азалия (Айыт урта мәктәбе), шулай уҡ 5-се класс уҡыусыһы Ғатауллин Булат (Бишбүләк 1-се урта мәктәбе). Уларҙың барыһына ла Мең ырыуының ҡор башы Әхнәф Дәүлийәр улы Тимербулатов ҡулынан әлеге мәртәбәле премияны алыу бәхете тейҙе.

Эйе, байрамдар үтә лә китә. Ә көндәлек тормошта яңынан тулы ҡанлы тормош дауам итә. Бөйөк шағирыбыҙ Мәжит Ғафури әйтмешләй, “Эшен яратып эшләгән кеше генә бәхетле була ала”. Уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ, яңынан-яңы үрҙәр, күңелле дәрестәр теләйбеҙ! Ә инде уҡыусыларға килгәндә, беҙ уларға артабан да тырышып белем алыуҙарын һәм үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Ләйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: