Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2019, 09:12

Интернет селтәрендә Владимир Путиндың тайгалағы ялынан видео барлыҡҡа килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең тыуған көнө алдынан Себер тайгаһында ял итте. Кремль сайтында дәүләт башлығының тәбиғәттә йөрөгән видеоһы баҫылған.

Президент оборона министры Сергей Шойгу менән Себер урманында йөрөй. Кадрҙа ялға туҡтаған ваҡытта Шойгуның урман еләген соҡоп алғаны күренә. «Мәскәү өлкәһендәге баҡсаңа ултыртырһың », — тип йылмайып кәңәш бирҙе президент. Быға яуап итеп Шойгу үҫемлектең Мәскәү өлкәһендә үҫеп китеренә шикләнеүен белдерҙе: «Мәскәүҙә һауаны, һыуҙы шундай итергә кәрәк».

«Һәр хәлдә, шуға ынтылырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы, етди тонға күсеп.

Тағы бер тапҡыр туҡтаған арала Путин менән Шойгу усаҡ янында ултырып ял итә.

Дәүләт башлығы, уның һүҙҙәренсә, бейеклеге ике мең метрға яҡын булған тауҙың башына ла менеп етте. «Бынан Енисей матур күренә», — ти ул.

«Болоттарҙан юғары. Болоттарҙан күпкә юғарыраҡ. Болоттарҙан юғарыраҡ мендек», — ти президент.

Кисә, 7 октябрҙә, Владимир Путин тыуған көнөн билдәләне, уға 67 йәш тулды.

#ВладимирПутин.
Читайте нас: