Башҡалары кеүек ул, был милли проект та тағы бер нисә проектты үҙ эсенә ала: "Цифрлы мөхитте нормативтар менән көйләү"," Мәғлүмәт инфраструктураһы"," Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар", "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге", "Цифрлы технологиялар”, "Цифрлы дәүләт идараһы".
Милли проектҡа ярашлы, 5 йыл эсендә 120 мең кеше мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге юғары белем биреү программаһы буйынса уҡырға алынырға, 10 миллион кеше цифрлы грамоталыҡты үҫтереү буйынса онлайн форматта уҡып сығырға, дәүләт вуздарының 100 проценты 2023 йыл аҙағына "Цифрлы университет" моделе элементтарын индерергә, 2024 йыл аҙағына барлыҡ йорт хужалыҡтарының (һәр өй тип аңларға кәрәктер) 97 процентында юғары тиҙлекле интернет булдырырға тейеш.
Бынан тыш, 2024 йылда Рәсәйҙә граждандың "электрон паспорт"ы системаһы эшләй башлаясаҡ.
Әлеге мәлдә проекттың "Цифрлы технологиялар" йүнәлеше тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Әйтәйек, республикала 20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға цифрлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә. Башҡортостанда аналог телесигнал биреү 14 октябрҙә туҡтатыла. Беренсе каналдың өҫкө уң яғында “А” хәрефе тора икән, телевизорҙың элекке аналог төрөнә ҡарауын һәм уларға һанлы приставка ҡуйырға кәрәклекте белгертә. Сибай ҡалаһында, Урал аръяғында күп кенә өйҙәр кабель, спутник, IP-телевидениеларына тоташҡан. Уларға иһә был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин.
Һанлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин.
#нацпроекты #миллипроекттар