Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
9 Октября 2019, 13:52
13 тоннанан ашыу алтын йәшергән…
Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһының элекке мэрының подвалында ҡайһы бер илдәр көнләшерлек алтын запасы табылған. Запастың да ниндәйе – 13,5 тонна!
Сағыштырыу өсөн: был – Латвия, Литва һәм Эстонияның дөйөм алтын запасына тиң. Бынан тыш, өйөндә ҡиммәтле йыһаз, 200 килограмм нефрит һәм картиналар ҙа булған.
Шулай уҡ сейфында, шкаф кәштәләрендә тағы 286 миллиард юань табылған, был – 40 миллиард доллар тигән һүҙ.
Эксперттар иҫәпләүенсә, был тиклем байлыҡ менән ул Грецияны ике тапҡыр дефолттан ҡотҡара алыр ине. Тик хәҙер 57 йәшлек элекке чиновниктың үҙенә ярҙам кәрәк – Ҡытай законы буйынса, уны үлем язаһы көтә.
Бер һорау тыуа: был тиклем байлыҡты күп йылдар буйы кешегә белдермәй нисек йәшәгән һәм нимәгә кәрәк булды икән? Ҡомһоҙлоҡтоң самаһы юҡтыр, күрәһең.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"