Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә аэропорттың генераль директоры Александр Андреев ошо хаҡта белдерҙе.
Терминал телескоплы трап, багажды тикшереү системаһы һәм тейешле инженер инфраструктураһы менән йыһазландырыласаҡ. Шулай итеп, пассажирҙарҙың килеү һәм осоу майҙаны һиҙелерлек киңәйәсәк. Бөгөн терминал сәғәтенә 600 кешене үткәреү мөмкинлегенә эйә булһа, киләсәктә ул 1200-гә етәсәк. Яңы комплекс 2020 йылдың яҙында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан