Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлеге етәксеһе. Фоат Хантимеров әйтеүенсә, быйыл республикала пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте. 80 йәше тулған пенсионерҙар юғары пенсия алыу хоҡуғына эйә була. 80 йәштән һуң 5334,19 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ике тапҡырға артып, 10 668,38 һум була. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 1,2 миллион пенсионерҙың 143 меңе 80 йәште үткән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлегенән. Башҡортостанда 100 йәшен тултырған 176 оҙон ғүмерленән быйыл 82 пенсионер үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне, тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.