2012 йылға тиклемге телевизорҙарҙың күбеһенә DVB– Т2 стандарты көйләнмәгән. Иҫке телевизорҙарға стандартлы приставка(20 каналды күрһәтә) ҡуйырға кәрәк. Антенна дециметрлы булырға тейеш. Приставкаларҙың уртаса хаҡы – 1000 һум. Ул, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, почта бүлексәләрендә һатыласаҡ. Әгәр ҙә был ҡорамалды көйләй алмайһығыҙ икән, колл- центрға(тел.88003470055) шылтыратып, волонтерҙарҙы ярҙамға саҡыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә бушлай приставканы ҡуйып бирәсәк.