Шулай уҡ хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш эшкә сығарырға рөхсәт итә торған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Уларға төрлө һәләкәттәр йәки етештереүҙә аварияларҙы булдырмай ҡалыу һәм уларҙың һөҙөмтәләрен бөтөрөү; бәхетһеҙлек осраҡтарына, эш биреүселәрҙең, дәүләт йәки муниципалитеттың милке юҡҡа сығыуына йә иһә боҙолоуына юл ҡуймау маҡсатында эшкә йәлеп итеүҙәр инә.