Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 12:02

Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк

Районыбыҙҙа ла һанлы телевидениеға күсеү әүҙем бара. Был эштә халыҡҡа ярҙам итеү ҡаралған.

Айыт ауылының ирекмәндәре лә был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә. Йәштәр һанлы телевидениены көйләү өсөн өлкән йәштәгеләр араһында аңлатыу эштәре алып бара. Улар һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлауға ла булышлыҡ итә.

Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн мәғлүмәт:

- Һанлы телевидение буйынса ирекмәндәрһеҙ “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса, йә район хакимиәтенә ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң ғына йортоғоҙға, йә фатирығыҙға киләсәк.

- Ирекмәндәр икәү булһа ғәжәпләнмәгеҙ: был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.

- Ирекмәндәрҙең һеҙҙән үҙ ярҙамы өсөн, мәҫәлән, ҡорамалдарҙы яйлау һәм тоташтырыу, йә етмәй ҡалған шнурҙы һатып алыу өсөн аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ.

Әгәр ҙә ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә “Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре” филиалы яуаплы.

Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек дөрөҫ тоташыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға 8-800-220-20-02 буйынса яуап бирәсәк. Башҡортостан буйынса барыһы дүрт меңгә яҡын ирекмән был эшкә йәлеп ителгән.

"Вектор" йәштәре үҙәгенән алынған фото
Читайте нас: