1. Йылы һыуға 1 сәй ҡалағы сода һәм бер тамсы һауыт-һаба йыуыу ҡулланмаһы һалығыҙ ҙа шунда бер нисә сәғәткә алтын әйберҙәрҙе ҡалдырығыҙ. Унан һуң һалҡын һыу менән һабын эҙе бөткәнсе сайҡатығыҙ һәм алтынды ҡағыҙ салфеткаға ҡуйып киптерегеҙ.
2. Ҡырғыстан һабынды үткәреп, шуға теш порошоғы, аҙыраҡ вазелин ҡушығыҙ. Ҡамырға оҡшаш был ҡатнашманы алтын әйберҙәргә һөртөгөҙ. Алтын күҙгә күренеп ялтыраясаҡ. Һуңынан ювелир әйберҙәрҙе һалҡын һыуҙа йыуығыҙ. .
3. Ә бына ҡашлы алҡа-йөҙөктәргә килгәндә, уларҙы теш порошогы менән таҙартығыҙ. Бының өсөн теш щеткаһы ҡулланыла. Ә ташты спирт йәиһә одеколон менән таҙарталар.