Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2019, 12:49

Волонтерҙар берләшә

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ирекмәндәр үҙәктәре булдырыласаҡ.

Әле республикала 308 волонтер үҙәге эшләй. Йыл аҙағына ҡәҙәр тағын ун шундай үҙәк асыласаҡ. Бындай үҙәктәр 2024 йылға төбәктең барлыҡ ҡала һәм райондарында тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк.

Унан тыш, Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Сибайҙа һәм Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә алты зональ ресурслы үҙәк эшләй башлаясаҡ.

Йыл башынан был йүнәлештәге семинарҙарҙа 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. 93 ирекмән сертификат алған һәм улар был өлкәлә эшләргә әҙер.

Республика волонтерҙар үҙәге хәрәкәте 2014 йылдан бирле эшләй. 2016 йылда ул алдынғылар рәтендә Рәсәйҙең волонтерҙар үҙәге ассоциацияһына керетелде. Ресурслы үҙәк дәрәҗәһенә лайыҡ булды. “Изге эштәр төбәге” бөтә рәсәй конкурсында еңеп, Рәсәйҙең иң яҡшы үҙәге дәрәжәһенә лә лайыҡ булды.

“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: