Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2019, 19:08

Уларҙың хеҙмәте барыһының да күҙ алдында

Yҫеш алған юл инфраструктураһы хәҙерге йәмғиәт тормошонда ҙур роль уйнай.

Юлсылар байрамдар ҙа ла, ял көндәрендә лә, hауа торошона ла ҡарамайынса, эшләйҙәр. Уларға йөкмәтелгән бурыс бик ҙур, сөнки эш көнө иртә таңдан уҡ башлана hәм кис менән генә тамамлана, ә ҡайһы берҙә тәүлек буйы эшләргә турә килә. Графиктары тотороҡһоҙ, тип әйтергә була, барыһы ла объектты тапшырыу сроктарына бәйле.

Бына был юлы ла беҙ Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы хеҙмәткәрҙәрен Баҙлыҡ ауылындағы объектта эш ваҡытында тура килтерҙек, уны тапшырыу ваҡыты 30 октябргә планлаштырыла. «Тыуған урам» программаһы сиктәрендә Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы хеҙмәткәрҙәре Баҙлыҡ ауылының Yҙәк урамы буйынса урынлашҡан юл участогын ремонтлай ине. Ремонтлана торған участоктың дөйөм оҙонлоғо 3,6 километр. Бөгөнгө көндә юл профилен төҙөтөү буйынса күләмле эш башҡарғандар, 2,8 км фракция ваҡ ташынан hәм 2,5 км ҙур эре асфальт-бетон ҡатнашмаһы нигеҙенең өҫкө ҡатламын һалғандар. «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы юлдар төҙөлөшөндә, ремонтлауҙа hәм ҡарап тотоуҙа тотороҡло hәм ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһының юл тармағы yҫешенә ҙур өлөш индерә.

Айгөл Гәрәева.

Автор фотоһы.
Читайте нас: