Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2019, 11:04

“Һан” һәр йортта

14 октябрҙән һуң дәүләт телеканалдары hәм өс радиостанция иҫке аналог телевидениеһы менән һаубуллашты hәм һанлы тапшырыуҙарға күсте.

Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһендә был ваҡиғаға алдан уҡ әҙерләнә башланылар. Хөкүмәт программаһы буйынса Федераль өҫтәмә аҡса алыусы ҡырыҡтан ашыу пенсионерға май айында телевизорҙарға приставкалар алыу өсөн телекарталар тапшырҙылар.

— Әле өс йыл элек кенә «Эльдорадо» магазинында «SONY» телевизорына приставка һатып алдым, сөнки һанлы телевидениеға күсеү тураһында һөйләшеүҙәр башланды, — ти хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың маҡтаулы механизаторы, Ленин hәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары hәм миҙалдар менән бүләкләнгән Виталий Степанович Кузьмин.

— Урындағы оҫта Владимир Степановты саҡырҙыҡ, ул беҙгә каналдарҙы көйләп бирҙе. Хәҙер һүрәттәрҙең сифаты бер нисә тапҡыр яҡшырҙы. Мин илебеҙҙәге hәм сит илдәге яңылыҡтар менән күберәк ҡыҙыҡһынам, ҡатыным «Мөғжизәләр ялыны»н hәм һаулыҡ тараһында тапшырыуҙарҙы ҡарарға ярата. Уҙған йыл уны паралич һуҡты, өс ҡыҙыбыҙ ҙур илдең төрлө ҡалаларында айырым йәшәүсе ейәндәрем менән бергә алып ҡайтҡан дарыуҙар, ҡараған телетапшырыуҙар ярҙамында ул аяғына баҫып, үҙ аллы йөрөй һәм хатта саф hауаға сыға башланы. Телевизор беҙҙең икебеҙгә ваҡытты ҡыҫҡартырға ярҙам итә.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: