Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
18 Октября 2019, 04:57
Быуаттар буйы көткән күпер асылды
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республика юл төҙөүселәренең 95 йыллығына арналған тантана үтте. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ эшсәндәрен байрам менән ҡотлап, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт бүләктәре тапшырҙы.
Добавить в предпочтительные источники Google
Сарала шулай уҡ онлайн режимында Ҡариҙел ауыл эргәһендә Өфө йылғаһы аша һалынған күпер тантаналы асылды. Ул шулай уҡ 60 километрҙа төҙөкләндерелгән Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлының бер өлөшө лә булып тора.
Республиканың 100 йыллығына арналған төҙөлөш өс йыл барҙы. Уға тотонолған дүрт миллиард һум аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленде.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғәрифуллин батша ваҡытында Екатерина тракты барлыҡҡа килгәндән алып халыҡ 300 йыл буйы көткән күперҙе төҙөүҙә ярҙам иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала 151 объектта эш башҡарыу планлаштырыла. Был күпер ошо проекттың береһе инде.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"