Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2019, 20:50

Бөйөк шағир, яҙыусы, шәхес...

20 октябрҙә бөйөк башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, публицист, драматург, Башҡортостандың милли мәҙәниәте һәм ижтимағи-сәйәси тормошо эшмәкәре – Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула

Күкрәгемдән ҡоштар осорам


Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға

Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

1970
Читайте нас: