Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 12:07

Кейемдә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ниңә кәрәк?

Быны һәр йәйәүлегә белергә кәрәк

Статистика буйынса йәйәүлене тапатыу – юл фажиғәләренең киң таралған төрө. Водитель юлға килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе йыш ҡына ваҡытында иҫләмәй ҡалыуы һөҙөмтәһендә, бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе нәҡ тәүлектең ҡараңғы өлөшөнә тура килә. Был ваҡытта йәйәүлеләргә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтары булған кейем ярҙамға итә. Улар яҡтылыҡ нурҙарын сығанаҡҡа кире сағылдырыусы махсус материалдан эшләнгән.

Яҡын араны яҡтыртыусы фаралар менән хәрәкәт иткәндә водитель йәйәүлене 25-50 метр алыҫлыҡтан күрә, яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар был араны 150-200 метрға тиклем оҙонайта. Улар алыҫ араны яҡтыртыусы фаралар менән килгәндә, йәйәүлене 350 метр алыҫлыҡтан күрһәтеп тора, ә был инде водителгә ҡарар ҡабул итеү өсөн 15-25 секунд өҫтәмә ваҡыт бирә.

Шуға күрә кейемдә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар тураһындағы законға 2015 йылдың 1 июленән төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелде. Ҡабул ителгән положениеға ярашлы тәүлектең ҡараңғы өлөшөндә бөтә йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы наклейкалар, значоктар (фликерҙар) йәки нашивкалар булырға тейеш. Был айырыуса балаларға ҡағыла, сөнки яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.

Кейемдән тыш был элементтарҙы сумкаларға, рюкзактарға, баш кейемдәренә, бейәләйҙәргә беркетергә мөмкин.

Йәйәүлеләрҙә артта, алда, уңда һәм һулда дүрт яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент булыуы иң оптималь вариант. Был водителдәргә төрлө йүнәлештә хәрәкәт итеүсе йәйәүлеләрҙе күреү мөмкинлеге бирә.

Кейемдә йәки әйберҙә фликерҙар йөрөтөү ауырлыҡтар тыуҙырмай, бик ҡиммәт түгел. Әммә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки улар кешеләргә иң ҡәҙерле нәмәне – һаулыҡтарын һәм ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

"Балҡантау" гәзитенән.
Читайте нас: