Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 12:03

Ҡорал тапшырып байығандар

Башҡортостанда йәшәүселәр йыл башынан алып хәрби ҡорал тапшырған өсөн 1,8 миллион һум аҡса алған. Был турала Башҡортостан буйынса Рәсәй гвардияһының урындағы идараһы хәбәр итә.

“Ҡорал тапшыр һәм аҡса ал” программаһы 2012 йылдан бирле эшләп килә. Үҙ теләге менән хәрби ҡорал, боеприпастар тапшырыусылар енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан азат ителә һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Был программаны бойомға ашырыу өсөн йылына 3,6 миллион һум аҡса бүленә. Тапшырылған ҡорал иретеүгә йүнәлтелә, ә боронғо йәки тарихи әһәмиәт йөрөткәндәре музейға тапшырыла.
Ҡорал тапшырып, ғаилә бюджетын ярайһы уҡ арттырыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе 117 мең һум алған, ул патрондар тапшырған. Баймаҡ районында һырлы көбәкле мылтыҡ өсөн 15 мең һум, Нуриман районында – бер кило дары өсөн өс мең биргәндәр. Өфө, Балаҡатай һәм Шаран райондарында ҡорал тапшырып, унышар мең һум аҡсалы булғандар – улар шыма көбәкле мылтыҡ тапшырған.
ashkadar.rbsmi.ru
Читайте нас: