Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 09:53

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәтенә интернетта ултырған үҫмерҙәрҙең тәртибен тикшерергә ҡушты.

Путин бындай тикшереүҙе балаларға интернеттың йоғонтоһон белер өсөн үткәрергә тәҡдим итте.

Ысынлап та, уҙған йылдарҙа булған фажиғәләр ҡабатланмаһын ине, йыл башында Пермь өлкәһендә уҡыусылар үҙ уҡытыусыһына бысаҡ менән ташланды, ҡот осҡос хәлде иҫләмәүең яҡшы. Иң ҡурҡынысы – был ваҡиғалар ваҡыты менән ҡабатланып тора һәм улар барыһы ла интернет, компьютер тәьҫирендә башҡарылған. Хәҙер инде атай-әсәйҙәргә генә түгел, белгестәргә, психологтарға уйланыр ваҡыт етте.

Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, хәҙерге көндә 14 йәшлек балаларҙың 88 проценты интернеттан сығышмай, уның яртыһы, порнография менән тулыландырылған сайтта башҡа һуғыш уйындары уйнап ултыра. Һәр хәлдә яҡшы мәғлүмәт уҡып, белемен арттырып ултырмай. 2017 йылда Ленинград өлкәһенең депутаттары 14 йәшлек балаларҙы бөтөнләй интернетҡа индермәҫкә кәрәклеген тәҡдим итте, закон проекты әҙерләне, әммә уның проекты ҡабул ителмәне.

#ВладимирПутин


Читайте нас: