Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 23:15

Улар Мостай рухында тәрбиәләнә

Октябрь айында беҙ тарихи дата – Башҡортостаныбыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын һәм башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы, халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең 100-йыллығын билдәләп үттек.

Был уңайҙан мәктәптәрҙә лә төрлө саралар ойошторолдо. Шәмбе көндө, йәғни 19 октябрҙә Йылбулаҡтамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлегенә арналған “Һинең йөҙөң – халҡың көҙгөһө” тигән шиғыр һөйләү конкурсы уҙғарылды. Был кисәлә шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны, шулай уҡ уҡыусылар был көндә М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса башҡорт, татар, рус телендә диктант яҙҙы.

Тамаша залына йыйылған уҡыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы, ғәҙәттәгесә, мәктәп директоры Рәсиф Рифғәт улы Ниғмәтйәнов сәләмләп үтте һәм барыһына ла уңыштар теләне. Артабан һүҙ осрашыуға килгән яҙыусы, Ф.Кәрим премияһы лауреаты Фәнис Фәтих улы Янышевҡа бирелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған Мостай Кәримде яҡындан белеүе, бер нисә тапҡыр уның менән осрашыуы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Конкурс шарттарына тура килтереп биҙәлгән залда Мостай Кәримдең портреты ҡуйылғайны. Был кисәлә әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ижади эштәре барланды. Алып барыусылар Аскаров Эмиль менән Фирүзә Сафарова шағирҙың биографияһы менән яҡындан таныштырҙы.

Оло шәхесебеҙгә бағышланған шиғыр бәйгеһендә башланғыс кластарҙан алып өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар башҡорт телендә Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Бер-бер артлы сәхнә түренә сыҡҡан малай һәм ҡыҙҙар мәктәп программаһына индерелгән “Ҡайын япрағы тураһында”, “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырҙарынан тыш, уның тыуған ер, тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрен дә илһамланып һөйләнеләр. Күп кенә уҡыусыларҙың үҙен тотошо, шиғырҙы матур итеп тамашасыға еткерә белеүе һоҡландырҙы. Уҡытыусылар үҙҙәре лә был күркәм саранан ситтә ҡалманы. Сит тел уҡытыусыһы Инфир Анур улы Ғаббасовтың башҡорт милли кейемендә “Россиянмын”ды һөйләүен тын да алмай тыңланылар.

Мостай Кәрим шағир ғына түгел, прозаик, аҡыл эйәһе, үҙ милләтенең илһөйәр улы үҙенең әҫәрҙәре аша башҡорт илен тотош донъяға танытҡан шәхес. Белеүебеҙсә, уның күп кенә шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән. Гөлфирә Хәкимованың баян моңдарына ҡушылып, уҡыусылар башҡарған “Гөлдәр миңә “һаумы, һаумы, тиҙәр”, “Уҡытыусыма” кеүек йырҙар һәммәһенең дә күңеленә хуш килде.

Барлыҡ сығыштарҙан һуң, конкурстың еңеүселәре билдәләнде. “Дим буйзары” гәзитенең мөхәррире Ләйлә Ғүмәрова, яҙыусы Фәнис Янышев, мең ырыуының рәйес урынбаҫары Алфред Шәймәрҙәнов сығыштарҙы баһалауҙа жюри ағзалары булды. Уларға башҡорт теле уҡытыусыһы Маһира Әғзәм ҡыҙы менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Иролия Ким ҡыҙы ярҙамлашты.

Башланғыс кластар араһынан Хәмитова Илүзә шиғыр һөйләү оҫтаһы тип танылды, урта кластарҙан Ғатауллин Хәйҙәр һәм Петрова Карина - I, Тухбатуллина Элена - II, Ишниязов Реналь һәм Хәбибуллин Флорис III урынға лайыҡ булдылар Ә юғары класс уҡыусылары араһынан Аскаров Эмиль менән Кинйәбаева Элена еңеүсе тип танылды һәм I урын алды, ә Сафарова Фирүзә менән Ниғмәтйәнова Розалия II урынға сыҡты Балаларҙың күңелен үҫтереп, маҡтау һүҙҙәре әйтергә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов та килгәйне. Еңеүселәргә диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырылды. Ойоштороусылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән башҡа уҡыусыларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Һәр кемгә иҫтәлеккә бүләк бирелде.

Беҙ, өлкәндәр, Мостай Кәримдең шиғырҙарын, әҫәрҙәрен бәләкәйҙән яратып уҡыныҡ, улар һаман да беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана. Ә был сарала беҙ Башҡортостандың халыҡ шағирының әҫәрҙәре йәш быуын араһында ла яратып уҡыла, өйрәнелә икәненә тағын бер ҡат инандыҡ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.
Читайте нас: