Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 22:55

Тиҙҙән “тынлыҡ сәғәте” буласаҡ

Был яңылыҡ күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре менән шөғөлләнеү тәртибенә ҡағыласаҡ.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа көндөҙ тәғәйен ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙоуҙы тыйған нормалар билдәләү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте.
– Граждандар, көндөҙ тынлыҡ мәлен закон менән билдәләүҙе һорап, йыш мөрәжәғәт итә, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Ғәмәлдә, сабыйҙары булған ата-әсәләр яҙа. Мөрәжәғәттәр бик күп, шуға күрә был мәсьәләне системалы хәл итеү шарт.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, шау-шыулы эштәрҙе тулыһынса туҡтатыу хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә.
– Ҡала шарттарында көндөҙ тауышты “ябып” – төҙөлөштө, ҙур йөк транспортының, ҡар таҙартыу техникаһының эшен туҡтатып булмай, – тине Константин Борисович. – Бында һүҙ күп фатирлы йорттарҙа ремонт яһаусылар тураһында бара. Кескәй балалар өсөн көндөҙгө йоҡо бик кәрәк. Баҡсаларҙа бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылһа, “өйҙәгеләр”ҙең бындай мөмкинлеге йыш ҡына сикләнә. Беҙгә шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан шәхси балалар баҡсаларынан да мөрәжәғәт итәләр. Уларҙы ла ошо мәсьәлә борсой.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, тейешле норманы ҡабул итеү проблеманы хәл итәсәк. Кәңәшмәлә депутаттар Эске эштәр министрлығы, прокуратура, “Роспотребнадзор”, “Госкомжилнадзор” вәкилдәре менән ошо теманы тикшерҙе.
– Мәсьәләнең ҡайһы бер юридик һәм хоҡуҡи үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә айырым төбәктәрҙә бындай тәжрибә файҙаланыла. Беҙ коллегаларыбыҙҙың практикаһын өйрәнеп, норматив документ әҙерләйәсәкбеҙ, – тине Константин Толкачев.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: