Башҡортостан Бөйөк Еңеүгә әҙерлекте башланы тип ҡыйыу әйтергә була, сөнки бөгөн республика йортонда уҙған кәңәшмә ошо сараны ойоштороуға арналды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров: “Бөйөк Еңеү – илде берләштереү нигеҙе, 75 йыллыҡ юбилейҙы лайыҡлы үткәрергә тейешбеҙ”, – тине.
Әле республикала 889 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 130 концлагерь тотҡоны, 324 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 103 Ленинград блокадаһын үҙ башынан кисергән шаһит, 23 788 тыл эшсәне һәм һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары йәшәй.
Республика Башлығы: “Юбилейға тиклем бөтә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Айырым йәшәгән һәм ярҙамға мохтаж фронтовиктарға ла иғтибарҙы арттырырға кәрәк”, – тине.