Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 14:47

30 октябрь - Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе.

Ул йылдарҙы кисергәндәр, хәҙерге оло быуын кешеләре репрессия һүҙенән әле булһа ҡан тетрәй…1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә.

Бындай замана шауҡымы беҙҙең районды ла урап үтмәй. Иң тәүгеләрҙән булып Бишбүләк райкомы секретары Николай Яковлевич Золотов нахаҡ бәлә яғыуҙан зыян күрә. Бишбүләк райкомының II секретары В.А.Орлов һәм Юшунев яла яғыуы буйынса, уны контрреволюцион эш алып барыуҙа ғәйепләйҙәр. Николай Золотов ҡулға алынғандан һуң, уның ҡатынын “халыҡ дошманын” ҡанат аҫтына алғаны өсөн уҡытыусылыҡ эшенән ситләтәләр һәм ул тыуған яғы – Сыуашстанға ҡайтып китә. Алты йыл төрмәгә ябылған һәм ҡаты режимлы лагерҙарҙа булған элгәре райком секретары Николай Яковлевич күңеле менән ысын коммунист һәм Тыуған иленең патриоты булып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград, I һәм II Прибалтика фронттарында ҡатнашып, 1946 йылда ғына демобилизациялана. Николай Золотов үҙе кеүек яҙмышҡа дусар булған бик күптәр кеүек, 1956 йылда аҡлана һәм яңынан партияға алына.

Эйе, ул йылдарҙа, халыҡ күңелендә шом ята. Иртәгәһенә кемде алып китерҙәр икән, тигән ҡурҡыу хисе һәр кемде борсой. Бер ғәйебе булмаған ябай кешеләрҙе ҡулға алыуҙар дауам итә. Күп кенә осраҡта эштәге етешһеҙлектәр “халыҡ дошмандары”ның эше булараҡ аңлатыла. Дим урта мәктәбе директоры И.А.Афанасьев, XVII партъезд колхозы рәйесе Н.Т.Атаманов, Бишбүләк урта мәктәбе директоры И.Г.Тарасов, Айыт урта мәктәбе директоры Г.М.Нәбиуллин, “Дим” совхозы механигы К.К.Геринсон һ.б.

“Халыҡ дошмандары” менән бәйләнеш тотҡандары өсөн райсовет председателе Г.В. Семенов, Айыт мәктәбе уҡытыусылары М.Кәримова, Х.Ҡадироваларҙы ла төндә килеп алып китәләр һәм улар тураһында материалдар НКВД-ға тапшырыла.

Беҙҙең райондан 1937-1938 йылдарҙа 58-се статья менән 147 кеше ҡулға алына, шуларҙан Баҙлыҡ ауыл Советынан – 28, Каменка – 27, Бишбүләк – 17, Айыт – 15, Михайловка – 13, Ҡушйылға – 11 кеше. 16 яҡташыбыҙ ике тапҡыр ҡулға алына. Ә 60 кеше үлем язаһына тарттырыла һәм атыла: Каменка ауыл Советы – 13, Айыт һәм Михайловка – 5, Баҙлыҡ – 9, Бикҡол – 4-әр кеше.

Беҙҙең туғандарыбыҙ йәки яҡындарыбыҙ араһында ла бындай аяныслы яҙмышҡа дусар булғандар бар. Был көндә уларҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: