Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 10:03

300 мең һум аҡсаны ҡасан алып булыр?

Башҡортостанда “Беренсе бала тыуғаны өсөн 300 мең һум ал” тигән программа тамамлана.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем беренсе балалары тыуған ғаиләләр 300 мең һумлыҡ сертификат алыуға хоҡуҡлы ине. Уның менән ипотеканы түләргә, фатир һатып алырға йәки өй төҙөргә мөмкин.

Программала ҡатнашырға теләгәндәр шул тиклем күп булды, шуға күрә был таныҡлыҡтарҙы тапшырыуҙы бер нисә этапҡа бүлергә тура килде.

Беренсе этапта – 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратҡа торған ғаиләләр аласаҡ. Улар өсөн 200 миллион һум аҡса талап ителә. Был ғаиләләрҙең документтарын яңырталар, барыһы ла быйыл ноябрҙә әҙер буласаҡ. Ата-әсәләргә ҡайһы бер документтарын һәм белешмәләрен яңыртырға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн уларға үҙҙәренең хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунда уҡ һеҙҙең һорауҙарға ла яуап бирәсәктәр.

Икенсе этап – 1880 ғаилә, иҫәпкә 2018 йылдың 3 сентябренән һуң ҡуйылғандар. Улар өсөн 564 миллион һум аҡса кәрәк. Был аҡса республика бюджетында киләһе йылға ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе йылға бюджетты раҫлау менән сертификат алыу өсөн мөрәжәғәт итергә була. Был этапта уларҙы 2020 йылдың башында бирә башлаясаҡтар.

Шулай итеп, документтарын ваҡытында тапшырған бар ғаиләләр ҙә таныҡлыҡтар аласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҡсаны алған көндән алып туғыҙ ай эсендә тотонорға мөмкин. Йорт йәки фатир Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.



Читайте нас: