Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 10:15

Ниндәй телдә күберәк һөйләшәләр?

Рәсәйҙең аҙ һанлы халыҡтарының телдәре кәмһетелгән хәлдә, уларҙың 54-һе хатта айырым исемлеккә индерелгән.

Өфөлә уҙған Халыҡ-ара тел конференцияһы һөҙөмтәләре буйынса уҙған матбуғат конференцияһында Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институтының фәнни хеҙмәткәре, “Вестник антропологии” журналының баш мөхәррире, тарих фәндәре докторы, профессор Марина Мартынова шул хаҡта мәғлүмәттәр килтерә.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2010 йылда халыҡ иҫәбен алғандан һуң илебеҙҙә 174 тел теркәлгән, ә ҡайһы бер мәғлүмәттәрга ҡарағанда, әгәр диалекттарҙы ла иҫәпләгәндә, улар һаны 277-гә етә. Күпселек халыҡ рус телен белә (98,2 процент). Бынан тыш 23 процент халыҡ тағы ла 38 телде белә, ҡалған 114 тел тик 1 процент халыҡ араһында ғына таралған.

Рус теленән тыш, илдә иң күбе татар, чечен, башҡорт телдәрендә һөйләшәләр. Уларҙан ҡала украин, сыуаш, авар, яҡут телдәрендә һөйләшеүселәр күп.

“Өмөт” гәзитенән
Читайте нас: