Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2019, 10:02

Владимир Путин һәләк булған үҫмерҙе наградланы

Рәсәй Президенты ике туған ҡустыһын айыуҙан ҡотҡарып һәләк булған 15 йәшлек үҫмерҙе “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарғаны өсөн” миҙалы менән бүләкләне.

“Ғәҙәттән тыш шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн Камчатка крайының “Лазо урта мәктәбе” муниципаль дөйөм белем биреү ҡаҙна учреждениеһы уҡыусыһы Радион Максимович Бураковты үлгәндән һуң “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарғаны өсөн” миҙалы менән бүләкләргә”, – тиелә дәүләт Башлығының Указында.

Мәғлүм булыуынса, был ваҡиға былтыр ноябрь башында булды. Мильково районының Лахо ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта һыу алыу ҡоролмаһынан ҡайтып килгән 13 һәм 15 йәшлек ике үҫмергә айыу ташлана. Малайҙарҙың кесеһе, йыртҡыстан ҡасып, ауылға ҡайтып етә ала, ә өлкәне... һәләк була. Айыуҙы һунарсылар аулап ала. Радион иһә, януарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп, ҡустыһын ҡотҡарып ҡала.

#ВладимирПутин
Читайте нас: