Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
31 Октября 2019, 05:50
Мәсетте талап... һыра һатып алып иптәштәрен һыйлаған
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балтас районы полиция бүлегенә Ураҙай ауылы мәсетенең 28 йәшлек имамы ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төнгө ваҡытта билдәһеҙ ир мәсеткә инеп, хәйер йыйыла торған йәшникте аҡсаһы менән урлап алып сығып киткән. Зыян күләме ете мең һумға яҡын тәшкил итә. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре, тикшереү-оператив төркөмө килгән.
Тикшереү барышында ғәйепләнеүсе ирҙең шәхесе асыҡланып, уның ошо уҡ ауылда йәшәүсе 18 йәшлек егет булыуы асыҡланған. Шуныһы ғәжәп: йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан был уғры егет быға тиклем ауыл магазинын, урындағы почта бүлексәһен дә таларға өлгөргән.
Әле ул ғәйебен таныған. Мәсеттән урлаған аҡсаның күп кенә өлөшөн тотоноп өлгөргән, хәйергә төшкән аҡсаға һыра, тәмәке һатып алған һәм иптәштәрен һыйлаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре аҡсанан ҡалған өлөшөн мәсеткә кире тапшырған. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, уғры һаҡ аҫтына алынған.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"