Кәм тигәндә, яҡындағы 5–10 йыл уларға ихтыяж бөтмәйәсәк. Шулай уҡ дефицит һөнәрҙәр ҙә ҡаласаҡ. Уларға инженер-химик, биотехнологик етештереүҙең сифатын контролдә тотоусы менеджер, бүлеү яйланмалары ҡорамалдарын ремонтлау буйынса электрослесарь йәки оператив-күсмә бригада электромонтеры кеүек һөнәрҙәр инә.