Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 10:41
1
Владимир Путин: “Хата өсөн язаның көсәйтелеүе ихтимал”
Инвалидлыҡты билдәләгәндә хатаға юл ҡуйған табиптар бар. Калининград өлкәһендә йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашҡанда Рәсәй Президенты Владимир ошондай медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата яуаплылыҡты көсәйтеү ихтималлығын билдәләне.
“Бурыстарын намыҫһыҙ үтәгән өсөн яза, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, әле лә ҡулланыла ала. Бындай хоҡуҡ “Росздравнадзор”ға бирелгән. Мотлаҡ медицина страховкаһы өлкәһендә ошондай системаны ойоштороу шарт, – тине Президент. – Һаулыҡ һаҡлау министрынан һәм ошо өлкәне көйләгән вице-премьерҙан бының буйынса тәҡдимдәр көтәм”.
Владимир Владимирович юристар мөхитендә таралған принципҡа иғтибарҙы йүнәлтте. “Язаны көсәйтеү түгел, ә уның ҡотолғоһоҙлоғо мөһим. Шул саҡта яза сараһын көсәйтеүҙең дә кәрәге ҡалмаясаҡ. Тап ошо юҫыҡта эшләргә кәрәк”, – тине ул.
Инвалидлыҡты билдәләгәндә хаталарға килгәндә, Президент әйтеүенсә, һаулығында кәмселектәре булған кешеләрҙең хәле кеүек үк, был тема ла бик нескә һәм тәрән.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"