Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 10:50

Һыйырҙарҙы роботтар һауа

Ҡасандыр һыйырҙарҙы махсус аппарат менән һауыу үҙе бер мөғжизә һымаҡ күренә ине. Тиҙҙән республикала тәүге һауынсы роботтар эшләй башлаясаҡ: Әбйәлил районының "Красная Башкирия" кооперативында ошондай тәүге комплекс файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Бында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу" милли проектына ярашлы һәр береһе 6400 квадрат метр ҙурлыҡтағы ике яңы ферма төҙөлә. Унда 12 һауынсы-робот ҡуйыла. Проектҡа ярашлы, 800 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр һатып алынасаҡ.

Ферманы шул уҡ роботтар йыйыштырасаҡ. Ә бына аҙыҡ әҙерләгәндәре бында икенсе миҙгел эшләй.

Проект республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Бөгөн аграрийҙар һөт фермалары өсөн роботлаштырылған техника алыуға 50 процент күләмендә субсидия менән файҙалана ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, 2014 йылға тиклем бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр иҫәбе 25 миллионға тиклем етергә тейеш. Быға, әлбиттә, ташламалы кредиттар, артабан микрофинанстарҙы үҫтереү, шул иҫәптән фермерҙарға, ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мөһим.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: