Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2019, 20:11

Ышанмағыҙ, тәүҙә тикшерегеҙ!

Алдаҡсылар халыҡты отоуҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап сығара. Сихырҙы ҡайтарам, ауырыуҙарҙан дауалайым, тигәндәр ҙә етерлек.

Сихырҙы ҡайтарам, ауырыуҙарҙан дауалайым, тигәндәр ҙә етерлек. Теләһә ниндәй сәбәп менән фатирға үтеп инергә теләгәндәр мең төрлө юлын таба. Уларҙан нисек һаҡланырға? Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер.

Белмәгән кешегә ишек асмағыҙ, сит кешеләрҙе өйгә индерергә ашыҡмағыҙ. Үҙҙәрен полиция хеҙмәткәре, пенсия фонды белгесе, башҡа социаль хеҙмәткәрҙәр тип таныштырғандарҙың шәхесен асыҡларға иренмәгеҙ.

Телефон аша “туғанығыҙ ауыр хәлдә”, “балағыҙ юл һәләкәтенә осраған” тигән һәм башҡа шундай хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Дауалау, ҡотҡарыу өсөн һораған аҡсаны күсерергә ашыҡмағыҙ. Барыһын да тикшерегеҙ, белешегеҙ.

“Лотереяла ҙур суммала аҡса оттоғоҙ, бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып, еңдегеҙ” кеүек тәҡдимдәргә ризалашмағыҙ.

Сихырҙы ҡайтарам, киләсәгеңде әйтәм тигән иғландарҙың да алдауҙың бер төрө булырға мөмкин.

“Банк картағыҙҙы ҡулланып булмаясаҡ, зыян килмәһен өсөн фәлән номерға карта тураһында мәғлүмәт ебәрегеҙ” тигән хәбәрҙәр ҙә – ялғансылар эше. Әгәр ҙә һеҙҙе алдарға теләйҙәр тип шикләнәһегеҙ икән, “02” телефонына шылтыратып хәбәр итергә була.

“Газ анализаторы, һыу таҙарта торған фильтр, башҡа шундай ҡулайламалар урынлаштырабыҙ” тигән килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ, әлеге шикле хеҙмәткәрҙәрҙе өйгә индермәгеҙ. Ғәҙәттә, был ҡулайламаларҙы алдаҡсылар бик күпкә арттырып һата.

Интернет аша танышҡан кешеләргә ышанып бөтмәгеҙ, “яратам, өйләнәм” тигән билдәһеҙ зат алдаҡсы булырға мөмкин.

Пенсия фонды белгестәре, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да өйгә килмәй, коридорҙа ғына документтарға ҡул ҡуйыуҙы һорамай.

Шикле тойолған штрафтар, коммуналь хеҙмәттәрҙең квитанцияларын ҡат-ҡат тикшерегеҙ. Мәғлүмәтте идарасы компаниянан асыҡларға ла була.
Читайте нас: