Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2019, 12:50

Күркәм ғаилә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө — илебеҙ территорияһында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлеге байрамы.

Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө, бер-беребеҙгә оҡшамаған, төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, беҙҙең диндәребеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ төрлө, әммә беҙ бер нимә менән берҙәм — беҙ бер планетала йәшәүсе кешеләр, hәм беҙҙе күп кенә нәмәләр берлeштерә. Шуға күрә, бер-беребеҙҙең милли мәҙәниәтен хөрмәт итеп, дуҫ heм татыу йәшәү бик мөhим. Тормошта шулай була, төрлө кешеләр, Ерҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәр бер-береһен таба, осраша, өйлeнешә, унан һуң иң яҡын hәм туған кешегә әүерелә. Бына шулай бер ваҡыт осрашып, Бишбүләктән Абдуллоевтарҙың иҫ киткес интернациональ ғаиләһе ныҡлы ғаилә берҙәмлеге булдырған. Был — ябай ғаилә. Ул төрлө милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ризыҡтарына бай булыуы менән генә айырылып тора. Балаларҙың бер нисә туған теле бар.

Күҙ алдына килтереүе ауыр, улар бер-береһен нисек эҙләп тапҡан?! Ир алыҫ Тажикстандан, ҡатын — Бишбүләк районының Кәрим ауылынан татар ҡыҙы. Күптәр әйтер: «Яҙмыш!». Эйе, бәлки яҙмыштыр ҙа… Азизчон Сәғдулла улы hәм Фирүзә Наил ҡыҙы Абдуллоевтар бына инде 18 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлынан бергә атлай.

Был пар 2001 йылда таныша. Ул ваҡытта егет сауҙа менән шөғөлләнә, ҡыҙ ябай студентка була. Беренсе тапҡыр Бишбүләк ерендә осрашҡас, уларҙың дуҫлығы башлана. Ә инде яҙмыштарын бергә бәйләргә ниәтләгәс, улар ысын мосолман кешеһе булараҡ, мәсеттә никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Ғаилә тормошо түләп торған фатирҙа башлана. Тиҙҙән йәш ғаилә тормошонда шатлыҡлы ваҡиға була — олы ҡыҙҙары Зарина туа. Бер аҙҙан ғаилә тағы ла тулылана төшә – ҡыҙҙары Нәргиҙә менән Аишаны алып ҡайталар. Ғаилә башлығы Азизчон Абдуллоев — ғаиләне туйындырыусы һәм яҡлаусы, ғаилә именлеге өсөн бар яуаплылыҡ уның иңендә. Ул ғаиләһе һис нәмәгә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләй,. Хәстәрлекле ҡатыны Фирүзә иһә йортта уңайлылыҡ тыуҙыра hәм балалар тәрбиәләй.

2010 йылда Абдуллоевтар йорт төҙөү өсөн ер участогы һатып ала. 2014 йылда инде яңы йорттары балаларҙың шат тауышына күмелә. Ә 2018 йылда оҙаҡ көтөп алған улдары Ясин тыуа, уны улар туғыҙ йыл буйы көткән.

Бөгөнгө көндә ғаилә үҙҙәренең ике ҡатлы иркен йортонда йәшәй, эшләй, дүрт бала тәрбиәләй, уларға ислам диненең әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрен өйрәтә. Ғаиләләге мҡнәсәбәттәр бер-береһенә ярҙам итеү hәм бер-береһен хөрмәт итеүҙә сағыла. Балалар ата-әсәйҙәрен мәктәптәге уңыштар менән һөйөндөрә. Абдуллоевтар ғаиләһе — тормош мәғәнәһенең асылын сағылдыра. Кем әйтмешләй, ысын мөхәббәт һәм дуҫлыҡ өсөн кәртәләр юҡ.

Айгөл Гәрәева.
Читайте нас: