Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2019, 18:36

Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә һаҡ булырға саҡыра

Көндәр һыуытты, йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланды. Шулайҙа тәүге боҙ бик йоҡа, фажиғәгә килтереүе мөмкин. Кисә бына Нуриман районында үлем менән тамамланған бер хәл теркәлде лә инде.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡменән иҫкәртеү эштәре алып бара. Улар һыу ятҡылыҡтарына барып, шул тирәлә йөрөүселәргә һәм балыҡсыларға йоҡа боҙҙоң хәүефе тураһында аңғарта.

Балыҡсыларға һәм балаларға айырыуса хәүеф янай. Тап улар йыш ҡына йоҡа боҙ ҡорбаны була. Ярай балыҡсылар өлкән кешеләр, улар нимә эшләгәндәрен белә. Ә бына балаларға ҡышҡы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатырға кәрәк. Улар түбәндә бирелгән:

- әлеге ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ йоҡа, уға төшмәҫкә кәрәк;

- боҙҙоң ҡалынлығын белер өсөн тибергә ярамай;

- боҙҙа һикереү тыйыла.

Был кәңәштәргә өлкәндәр ҙә ҡолаҡ һалһын.
Читайте нас в