Статистика буйынса, йылы биреү сезоны башланыу менән янғын сығыуы һәм кешеләрҙең һәләк булыуы тураһында хәбәрҙәр күбәйә. Электр йылытыу приборҙарын дөрөҫ ҡулланмау кешеләрҙең ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә үтәмәүе хаҡында һөйләй. Йыл башынан республикала 10332 янғын сыҡҡан, унда 227 кеше һәләк булған.
Бындай фажиғәләрҙе булдырмау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын тайпылышһыҙ үтәргә саҡыра:
– асыҡ ут сығанағы – шырпы, зажигалка, шәм һәм ҡабыҙылған тәмәке менән һаҡ булығыҙ, урын өҫтөндә тәмәке тартмағыҙ;
– янғын ҡурҡынысы булған предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут сығармағыҙ;
– электр селтәрҙәренә артыҡ көс төшмәһен һәм ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, балаларға ышанмағыҙ;
– изоляцияһыҙ электр сыбығынан, ҡулдан яһалған йылытыу приборҙарынан файҙаланмағыҙ;
– ватыҡ йәиһә асыҡ ишекле мейестәр, каминдарҙан файҙаланмағыҙ, мейес алдына 50х70 сантиметрлы металл йәйелмәһе һалығыҙ;
- мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, мейес янында утын, кейем-һалым ҡалдырмағыҙ.
Балиғ булмаған балаларҙың атай-әсәйҙәренә айырым мөрәжәғәт итергә кәрәк: балаларҙың ут, шырпы, зажигалка менән уйнауын туҡтатығыҙ.
Бөгөнгө көндә кешеләрҙең янғындан үлеүен киҫәтеү буйынса иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе - автоном янғын хәбәрсеһе. Республикала янғын хәбәрселәре аркаһында 291 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, шуларҙың 126-һы - балалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү һеҙҙең милекте уттан һаҡлап ҡалырға, һәр беребеҙҙең тормошон, һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа өндәй.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!