Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 10:06

Айнытҡыстар кире ҡайтырмы?

Совет осороноң күптәргә таныш бер билдәһе – айнытҡыстар. Заманында байтаҡ кеше өсөн тәрбиә сараһы ла булған ул, сөнки, беренсенән, унда эләгеү хурлыҡ һаналһа, икенсенән, эсеп ғаиләһендә янъял ҡуптарғандарҙы тынысландырыу, урамда аунап ятҡандарҙы аңһыҙ үлемдән аралау ролен дә үтәгән был учреждениелар.

Әле Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа айнытҡыстарҙы кире ҡайтарыу тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Документты Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы депутаттары әҙерләгән.

Әгәр закон тулыһынса ҡабул ителһә, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғы аласаҡ. Тик улар элекке кеүек дәүләт ҡарамағында булмаясаҡ, тип күҙаллана. Тимәк, бында айнып сыҡҡан өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Дәүләт менән эшҡыуарҙар берлектә булдырырға тейеш килеп сыға.

Иҫерек кешене унда ебәрергәме-юҡмы икәнлеген полиция хәл итәсәк. Әйткәндәй, айнытҡыста ҡунып сығыуҙың күпме торасағы әлегә билдәле түгел.

Һеҙҙеңсә айнытҡыстар беҙҙең заманда кәрәкме, юҡмы? Унан файҙа булырмы?



Читайте нас: