Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 12:39

Бында яңы мәктәп буласаҡ!

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан республикабыҙҙа төҙөлөш киң йәйелдерелде. Бишбүләк районының үҙәге Бишбүләк ауылында ла буласаҡ мәктәпкә нигеҙ һалына.

– Кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, айырыуса үҫеп килеүсе йәш быуындың киләсәген хәстәрләүгә иғтибарҙы кәметмәйбеҙ, – тип һөйләй Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин. – Район үҙәгендә ике мәктәп эшләй, демографияны иҫәпкә алып, сираттағыһын төҙөргә ҡарар иттек. Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан етәкселегенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә.

Бишбүләк ауылының йылдам үҫеүе шунда уҡ күҙгә ташлана. Район үҙәгенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ҡалҡытыла 3-сө мәктәп. Һүҙ ҙә юҡ, белем усағы заман талаптарына тулыһынса яуап бирәсәк. Ул 320 урынға иҫәпләнгән.

Элек бында ҡола ялан булған, төҙөлөш өсөн урынды тиккә генә ошонда һайламағандар. Район үҙәге Бишбүләктә эшләп килгән мәктәптәрҙе ҡарағандан һуң, тағы ла ауылдың ҡайһы яҡҡа үҫешен билдәләгәс, тап ошо урында туҡталғандар. Хеҙмәткәрҙәрҙең баш күтәрмәй тир түгеүенә ҡарағанда, уны ваҡытында, иң мөһиме, сифатлы итеп башҡарып сығыуҙарына өмөт ҙур. Тиҙҙән, бик тиҙҙән был тирә лә балаларҙың шат тауышынан гөрләп торасаҡ.




Читайте нас: