Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 10:08

Диспансерҙың мөмкинлектәре киңәйә

Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Республика онкология үҙәгенең хирургия корпусына төкәтмә 2020 йылдың февралендә төҙөлөп бөтәсәк. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Әлеге ваҡытта объектта эске ремонт һәм биҙәү эштәре бара. Туғыҙ ҡатлы бинаның майҙаны 20 мең квадрат метр, ул 240 койка-урынға иҫәпләнгән, бер сменала 450 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ.

Башҡортостан төҙөлөш барған ике йылда федераль ҡаҙнанан 686 миллион һум аҡса аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Финанс саралары 2019-2020 йылдарҙа “Рәсәйҙә Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһы буйынса бүленә. Быйыл 500 миллион һум үҙләштерелһә, 2020 йылда 185,7 миллион һум аҡса бүленеүе көтөлә.

Шулай уҡ яңы корпус “Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” федераль программаһы аҡсаһына йыһазландырыласаҡ.

Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в