Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 13:47

"Гүзәллек бәйгеһе"нән һуң битенә кислота һипкәндәр

Ҡыҙға 200 операция яһатырға тура килгән.

Гүзәллек бәйгеһе” илдә иң ҙур конкурстарҙың береһе булып һанала. Хәҙер бындай бәйгеләргә ҡараш үҙгәрҙе. Ә ҡасандыр унда, ысындан да, иң сибәр, һөйкөмлө ҡыҙҙар ғына еңә алған.

Фотоһүрәттәге был ҡыҙ “Мисс Сочи-1998” конкурсында еңгән булған. Ул ваҡытта ҡыҙ үҙен бәхет ҡошон тотҡандай хис итә. Уға модель булып эшләргә бик күп тәҡдимдәр яһалы, ул ана шулай бик популяр булып китә.

Элеонора ишле ғаиләлә тыуып-үҫкән. Һәм, үҙ йәшендәге бик күп ҡыҙҙар кеүек үк, был ваҡытта подиум тураһында хыялланған. Әлбиттә, был сибәр ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр ҙә бихисап булған. Ә бәйгелә еңгәндән һуң, уларҙың һаны тағын да артҡан.

Бер көндө урамда әхирәте менән йөрөгәндә улар янына таныш булмаған ике ир килә. Шуларҙың береһе Элеонораны ҡулынан эләктереп ала. Шул ваҡыт ҡыҙҙың битен нимәлер өтөп ала. Ҡыҙҙың битенә кислота һипкән булалар.

Тикшереүҙәр ваҡытында барыһы ла асыҡлана. Ҡыҙ бер ир менән осрашыуҙан баш тартҡан булған. Әлеге эш тә ошо ирҙең заказы буйынса башҡарылған.

Ҡыҙға 200 операция үткәрергә тура килгән. Унан һуң бик оҙаҡ реабилитация курстары үткән. Төндәр буйы ҡурҡыуҙан йоҡлай алмаған, йәшәүҙең мәғәнәһен юғалтҡан ваҡыттары артта ҡалған инде.

Элеонора кейәүгә сыҡҡан һәм бөгөн үҙен бик бәхетле тип һанай.
Читайте нас: