Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноября 2019, 05:02
Владимир Путин кооператив ағзаларының хоҡуғын яҡлай
Рәсәй Президенты Владимир Путин төҙөүселәре бөлгөнлөккә төшкән проблемалы йорттарҙы һалып бөтөрөү өсөн ойошторолған торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары ағзаларына компенсациялар тураһындағы законға ҡул ҡуйған.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе. Закон проектын Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин етәкселегендәге бер төркөм депутат тәҡдим иткән.
Ул өлөшсөләр менән бер рәттән торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары ағзаларының да хоҡуғын яҡлауға йүнәлтелә. Кооператив ағзалары Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды иҫәбенә компенсация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Законға ярашлы, кооператив ҡасан төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, уның ағзаларына зыянды ҡаплау күҙаллана. Компенсация күләме граждан түләгән аҡсанан һәм иғәнәләрҙән кәм булмаясаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"