Күптән түгел Эске эштәр министрлығы коллегияһында мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып башҡарылған енәйәттәрҙе кәметеү мәсьәләһе күтәрелде. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 2020 йылдың 30 июленә тиклем холоҡ төҙәтеү учреждениеларында кәрәҙле телефон бәйләнеше сигналдарына ҡамасаулау маҡсатында блокировкалау ҡоролмалары урынлаштырыу сараларын күрергә ҡушылды.