Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 12:26
Билдәле башҡорт өләсәйе Мәскәүҙә үҙенең ижадын күрһәтә
5 ноябрҙән 22-һенә тиклем Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың «Яратам...» тип аталған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола. Экспозицияла макраме эштәре, шулай уҡ милли стилдәге биҙәүестәр – һаҡал, селтәр, боронғолары һәм оҫтабикәнең үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар.
Күргәҙмә республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналған. Рәсми рәүештә 7 ноябрҙә киске сәғәт 5-тә асыла. 8 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре була.
Альбина Исхаҡова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубына етәкселек иткән. Төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ йәш музыканттарҙың — скрипкасы Сыңғыҙ Ханнановтың һәм виолончелдә уйнаусы Искәндәр Ханнановтың өләсәһе булараҡ билдәле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Өфөнөң «Урал» галереяһында ла Альбина Исхаҡованың ошондай күргәҙмәһе ойошторолғайны.5 ноябрҙән 22-һенә тиклем Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың «Яратам...» тип аталған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола. Экспозицияла макраме эштәре, шулай уҡ милли стилдәге биҙәүестәр – һаҡал, селтәр, боронғолары һәм оҫтабикәнең үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар.
Күргәҙмә республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналған. Рәсми рәүештә 7 ноябрҙә киске сәғәт 5-тә асыла. 8 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре була.
Альбина Исхаҡова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубына етәкселек иткән. Төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ йәш музыканттарҙың — скрипкасы Сыңғыҙ Ханнановтың һәм виолончелдә уйнаусы Искәндәр Ханнановтың өләсәһе булараҡ билдәле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Өфөнөң «Урал» галереяһында ла Альбина Исхаҡованың ошондай күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"