2019 йылдың 1 ғинуарына республикала иҫәп буйынса 4 млн 51 мең кеше булған. Йыл ағышында тыуыусылар һаны ла, үлеүселәр һаны ла артмаған, киреһенсә, кәмерәк. Әйтәйек, 2019 йылдың ғинуар – август айында 28 343 бала тыуған. Был уҙған йылға ҡарағанда 3406 кешегә кәмерәк. Былтыр был ваҡыт аралығында 31 749 сабый тыуған булған.
Баҡыйлыҡҡа күсеүселәр һаны – 33 042, 2018 йылда 34 456 булған (1414 кешегә кәмерәк). Уларҙың 189-ы бер йәшкә етмәгән балалар. 2018 йылда 178 сабый вафат булған.
Үлеүселәр араһында йөрәк-ҡан тамыры менән ауырыусылар һаны 45,4% — 15 008, яман шештән 14,5% — 4786; юл һәләкәтендә - 307 (-31); алкоголдән ағыуланып 70 (-5) кеше гүр эйәһе булған. Үҙҙәренә ҡул һалыусылар 552 кеше (-36), үлтереш ҡорбандары -111 (+5). Тын юлы һәм инфекциялы ауырыуҙарҙан 2065 (+367) кеше вафат булған.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә – 999; БДБ илдәренә 404 кеше күсеп киткән. Алыҫ сит илдәрҙән 21 кеше килгән.
Башҡортостан халҡы араһында өйләнешеү һәм айырылышыу осраҡтары ла кәмегән: 16 356 никах теркәлгән (уҙған йылдағыға ҡарағанда 1246 кәмерәк), айырылышыусылар һаны уҙған йылдағынан 81-гә аҙыраҡ, йәғни 10 102 тәшкил итә.
Табиғи артыу буйынса, Өфө Рәсәйҙә - дүртенсе, үлеүселәр һаны буйынса– өсөнсө, тыуым буйынса бишенсе урында тора.