Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 14:33

“Ҡышығыҙ ғына оҡшамай”, ти Италияһын Өфөгә алыштырған Дарио

Ҡояшлы Сицилияһын ыжғыр һыуыҡ ҡыш хакимлек иткән Башҡортостанға алмаштырған егеткә нисек аптырамайһың?

Уны беҙҙәге һалҡын климат та, сит-ят тел дә һис ҡурҡытмаған.

Ул бөгөн Өфө халҡын тәмле пиццалары менән һөйөндөрә. Рәссам һәм тепловоз машинисы ғаиләһендә тыуып үҫкән егет программист һөнәрен ала, бик иртә үҙаллы йәшәй башлай. Бер көндө Өфө ҡыҙы Ксенияны осрата һәм яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә.

- Әсәйем 20 йыл инде Италияла йәшәй, - ти Ксения, - Ошонда кейәүгә сыҡты. Ә мин туризмды ойоштороу менән шөғөлләндем. Әсәйем Дарионың ата-әсәһе менән таныш ине. Бына шулай беҙ ҙә осраштыҡ.

Йәштәр тәүҙә 10 йыл Италияла йәшәй, улдары Кристиан тыуа. Рус, итальян һәм инглиз телдәрендә еңел һөйләшкән малай Өфө мәктәбендә уҡыһа ла, тыуған иле итеп Италияны һанай. Бер нисә йыл элек Италияла көрсөк башланғас, йәштәр Өфөгә ҡайтырға була. Дариоға нимә эшләргә ҡала? Әлбиттә, пицца бешерергә! Шулай итеп, ғаилә үҙ эшен аса.

- Пицца Италияла бынан 150 йыл элек барлыҡҡа килгән, - ти Дарио. –Ысын пиццала майонез булырға тейеш түгел, һалырға уйлаһаң, клиенттарҙың тауыш күтәреүен көт. Тышы бик йоҡаҡ, эслеге ингридиенттарға бай булырға тейеш.

Эшҡыуарҙарҙың бизнесы аяҡҡа баҫҡан инде. Ғаилә предприятиеһында алты кеше эшләй.

- Башҡортостанда стресс аҙ, ысын, - ти Дарио. - Италияла йәшәү бик ҡиммәт. Үҙ эшеңде асырға теләһәң, 50 проценттан ашыу һалым түләйһең. Минең өсөн бында ике генә проблема бар - һыуыҡ ҡыш һәм телде белмәү.



Читайте нас: